Википедияла
Сәлихов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (11 апрель 1932 йыл — 25 март 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр актёры. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972), Башҡортостандың халыҡ артисы (1993). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1954).
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу артистарының береһе.
Биографияһы
Рафаэль Ғирфан улы[1] 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр.
1946 — 1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡый (К Ф. Ғәҙелшина курсы[2]). Училищены 1953 йылда тамамлағандан һуң Рафаэль Сәлихов Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә[3]. 1956 йылда театрҙы Толбазы ауылынан Салауат ҡалаһына күсерәләр.
Артабанғы ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле була[4]. Рафаэль Сәлихов — йыраусы драма актёры булараҡ лирик геройҙарҙы һынландырыу өсөн бик яҡшы типаж була. Йәш саҡта ул башлыса традицион музыкаль мелодрамаларҙа һөйәрҙәр ролдәрен башҡара.
2006 йылға тиклем — актёр, бер үк ваҡытта — театр музейы мөдире, 1991 йылдан алып — театрҙың әҙәби бүлеге мөдире[2]).
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Хәлил (М. Фәйзи, «Ғәлиәбаныу»)
- Булат (К.Тинчурин, «Зәңгәр шәл» мелодрамаһы)
- Аскер (У. Ғаджибәков, «Аршын мал-алан» музыкаль комедияһы[5]
- Закир (М. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара Йөҙҙәр» повесы буйынса инсценировка)
- Айбулат Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса инсценировкаһы)
- Михаил Заболотный (В. С. Розов, «Туй көнө» драмаһы)
- Ябағаев (Мостай Кәрим, «Айгөл Иле» драмаһы)
- Нуритдин (Т. Абдумомунов, «Ялыу тейеш түгел» драмаһы)
- Мәхмүт (Ә. Мирзаһитов, «Утлы өйөрмә»)
- Абдулла (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»)
- Исламғәли (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»)
- Ғ. Инан (Нәжиб Асанбаев, «Көҙән башкорто»))
Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар