Найро́би (ингл. һәм суахили Nairobi ) — экватор янында урынлашҡан, Кенияның баш ҡалаһы , Көнсығыш Африканың иң эре ҡалаһы.
Тарихы
Найробиҙың ер юлдашынан төшөрөлгән фотоһы
Элек ҡала урынында һаҙлыҡ булған. 1899 йыл бында уганда тимер юлы тәьмин итеүсе станция төҙөлгән. Был станция тимер юлының штаб-квартира вазифаһын үтәгән. Атамаһы ошо тирәләге һыу сығанағы исеменә бәйле. масай телендә яңғырашы Ewaso Nyirobi (Эвасо Найроби), башҡортсаға тәржемә итһәк, һалҡын һыу тигән мәғәнәлә. 1900 йыл был тирәне солғап алған биҙгәк бубон тағынынан һуң ҡаланы бөтөнләй яндырып бөтөрәләр.
Иҡтисады
I&M бакыһының Найробиҙағы штаб-квартираһы
Найробиҙа Найробий фонд биржаһы (NSE) урынлашҡан. NSE Африкала сауҙа күләме буйынса 4-се, баҙарҙы ВВП-ға ҡарата капиталлаштырыу мөнәсәбәттәре буйынса 5-се урындарҙы биләй[ 2] .
Шулай уҡ Найробиҙа ҡайһы бер халыҡ-ара компаниеларҙың һәм ойошмаларҙың төбәк вәкиллектәре эшләй. Шулай 2007 йыл буына General Electric , Young & Rubicam , Google , Coca Cola , Zain и Cisco Systems перенесли свои африканские штаб-квартиры в Найроби[ 3] [ 4] .Шулай уҡ эре африка компанияларының да штаб-квартиралары бар.
Ҡалала кейем-һалым, текстиль, төҙөлөш материалдары, аһыҡ-түлек, эсемлектәр , сигарет етештерелә. Ҡалала шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара компанияларҙың заводтары урынлашҡан: Goodyear , General Motors , Toyota Motors , Coca Cola .
Туризм
Найроби милли паркында жираф ҡала фонында
Туризм бигүк үҫешмәһә лә, ҡаланың иҫтәлекле урындары бар. Беренсе сиратта Найроби милли паркы . Уның уникаллеге шулай размерҙағы мегаполис янында урынлашыуы. Милли паркта 400 төр хайуан һәм ҡош йәшәй. Сафари буйлап йәйәү йөрөү - туристарҙың яратҡан шөғөлө.[ 5] .
Найробиҙа бер нисә музей бар. Иң ҙурҙарынан береһе Кенияның милли музейы . Ул музейҙа homo erectus типиаталған малайҙың һөйәктәре һаҡлана. Икенсе бер иҫтәлекле урыны Найробиҙың тимер юл музейы һәм Карен Бликсен музейы .
Найробиҙы ҡайһы саҡ донъя сафарийы тип атайҙар. Күп кенә ҡала ҡунаҡханалары ошо йүнәлештә эшләй. Күп кенә биш йондоҙло отелдәр бар: Найроби Серена, Лайко Рейгенси (ранее Гранд-Рейгенси), Уиндор (Карен), Холидей Инн, Ист-Африкан Сафари Клуб (Лилиан Тауэрс), Стэнли Хотел, Сафари Парк энд Казино, Интерконтиненталь, Панари Хотел, Хилтон һәм Норфолк Хотел.
Тағы ла ҡалала Африкалағы иң ҙур һырғалаҡ (каток) — Солар Айс Ринк урынлашҡан. Был һырғалаҡ 2005 йыл асылған. Уның майҙаны яҡынса 15 000 м² һәм бер юлы 200 кешене ҡабул итә[ 6] .Ҡаланың эре сауҙа селтәрҙәре булып Nakumatt , Uchumi һәм Tuskys тора.
Ҡала климаты
Күрһәткес
Ғин
Фев
Мар
Апр
Май
Июн
Июл
Авг
Сен
Окт
Ноя
Дек
Йыл
Уртаса максимум, °C
24,5
25,6
25,6
24,1
22,6
21,5
20,6
21,4
23,7
24,7
23,1
23,4
23,4
Уртаса температура, °C
18,0
18,6
19,4
19,1
17,9
16,3
15,4
15,8
17,1
18,6
18,1
18,0
17,7
Уртаса минимум, °C
11,5
11,6
13,1
14,0
13,2
11,0
10,1
10,2
10,5
12,5
13,1
12,6
12,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм
64
57
93
219
177
35
18
24
28
55
154
101
1024
Сығанаҡ: WorldWeather.org
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Яңылыҡтар
Башҡалар
Башҡа биләмәләр Танылмаған дәүләттәр