Википедияла
Сәлихов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Мөхәмәт Сәлихов (? — 1893 ) — башҡорт дин әһеле.
Биографияһы
Мөхәмәт Сәлихов сығышы менән Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы ) Ғүмәр ауылы башҡорттарынан [ 1] .
1860 йылдан Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡара Көйөк ауылы мәсете имам-хатибы була. Артабан Түбәнге Новгород йәмиғ мәсете имам-хатибы итеп тәғәйенләнә.
8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) (Ҡазан ҡалаһы).
1868 йылда Ҡазан ҡалаһында сауҙагәр Йыһанша Усманов тарафынан 8-се йәмиғ мәсете (Солтан мәсете, Усманов мәсете) һәм уның ҡарамағында «Усмания» мәҙрәсәһе асылғас, Усманов мәсет имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөҙәрисе вазифаларын үтәргә Мөхәмәт Сәлиховты саҡыра һәм ул быға риза була. Мәҙрәсәлә иҫке ысул буйынса уҡытылған (Ҡәҙимселек ), бында йыл һайын 100-гә яҡын шәкерт белем алған.
Ырымбур мосолман Диниә назаратына ҡазый итеп һайланғас, Мөхәмәт Сәлихов Өфө ҡалаһына күсә һәм үҙенең урынына кейәүе Солтан ауылы муллаһы Сәхәбетдин Ғәбделлатифовты ҡалдыра[ 2] . 1881—1882 йылдарҙа Ырымбур мосолмандары диниә назаратына ҡазый вазифаһын башҡара[ 1] . 1885—1886 йылдарҙа Мөхәмәтйәр Солтанов мөфтөй вазифаһында властар тарафынан раҫланғанға тиклем Ырымбур мосолман Диниә назараты эше менән етәкселек итә[ 3] .
Ҡазанға ҡайтҡас йәнә 8-се йәмиғ мәсете мәхәлләһен етәкләй.
1893 йылдың авгусында вафат була[ 2] .
Ғаиләһе
Улдары:
Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы (1861—1915) — мәғрифәтсе, тарихсы, дин әһеле. Ҡазандың 8-се йәмиғ (Усманов) мәсетенең имам-хатибы һәм уның ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе (1893—1915).
Сәлихов Мөхәмәтғариф Мөхәмәт улы (1870—1921) — мөғәллим, дин әһеле. Ҡазандың 8-се йәмиғ (Усманов) мәсетенең имам-хатибы һәм уның ҡарамағындағы «Усмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе (1915—1917).
Иҫкәрмәләр
↑ 1,0 1,1 Дмитриева Л. В., Мугинов А. М., Муратов С. Н. Описание тюркских рукописей Института народов Азии. Том I. История / под ред. А. Н. Кононова. — Москва: Наука, 1965. — С. 75. — 262 с.
↑ 2,0 2,1 Султановская мечеть (недоступная ссылка) // Префектура «Старый город»
↑ Азаматов Д. Оренбургское Магометанское Духовное Собрание (XVIII—XIX вв.) // Ватандаш . — 1997. — № 5. — С. 167. — ISSN 1683-3554 .
Әҙәбиәт
Дмитриева Л. В., Мугинов А. М., Муратов С. Н. Описание тюркских рукописей Института народов Азии. Том I. История / под ред. А. Н. Кононова. — Москва: Наука, 1965. — 262 с.