СССР-ҙа был премияның беренсе лауреаты Николай Островский була (үлгәндән һуң). Бөтәһе төрлө ҡаҙаныштар өсөн йөҙҙәрсә кеше һәм коллективтар наградланған:
әҙәбиәт сәнғәт, архитектура һәм журналистика өлкәһендә;
фән һәм техника өлкәһендә;
педагогик эшмәкәрлектәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн;
юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн.
Ленин комсомолы премияһы союздаш республикаларҙа
Украина ССР-ының Николай островский исемендәге Ленин комсомолы премияһы (1958 йылда булдырылған)
Ҡаҙаҡ ССР-ыныңЛ енин комсомолы премияһы (1964)
Грузин ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1966)
Әзербайжан ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1966)
Литва ССР-ының республика әҙәби Ленин комсомолы премияһы (1966)
Ленин комсомолы премияһы Тажик ССР-ының(1966)
Белорус ССР-Ы ленин комсомолы премияһы (1967)
Молдавия ССР-ының Борис Главан исемендәге Ленин комсомолы премияһы (1967)
Әрмән ССР-ыныңЛенин комсомолы премияһы (1967)
Үзбәк ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1967)
Ҡырғыҙ ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1967)
Эстон ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1968)
Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1968)
Латвия ССР-ының Республика Ленин комсомолы премияһы (1969)
Ҡыҙыҡлы факттар
1989 йылда үҙгәртеп ҡороу осоронда «Наутилус Помпилиус» музыкаль төркөмөн Ленин комсомолы премияһы менән бүләкләйҙәр, әммә текстар авторы Кормильцев Илья премиянан баш тарта[6][7].