Иҫке Мөсәт (рус. Старомусятово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 268 кеше[2].
ОКАТО коды — 80219825005.
Тарихы
Мөсәт бөрйәндәр торамаһы булараҡ XVIII быуат аҙағынан билдәле, әммә уны V рәүиз билдәләмәгән. Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан алып Мөсәт утары булараҡ билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы Йәнъюлдаш Мөсәтов билдәле. Шулай уҡ Күлйылға, Саҡмағош исемдәре менән теркәлгән. 1816 йылда ауылда — 38, 18 йылдан һуң 49 ихата иҫәпләнгән. 40-сы йылдар аҙағында халыҡтың бер өлөшө төп ултыраҡтан айырылып, Яңы Мөсәт ауылы барлыҡҡа килтерә. 19 быуаттың 40-сы йылдар аҙағында Яңы Мөсәт бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен һәм статусын ала. 1866 йылда 36 йортта 204 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. X рәүиз ваҡытында Яңы Мөсәттә 33 ихатала 176 кеше иҫәпләнә. Иҫке Мөсәттә саҡ ҡына күберәк — 40 ихата, ә халҡы 200 кеше иҫәпләнә. 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Иҫке Мөсәттә 71 йорт һәм 284 кеше иҫәпләнгән[3][4].
Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
|
Бөтә халыҡ
|
Ир-егеттәр
|
Ҡатын-ҡыҙҙар
|
Ир-егеттәр өлөшө (%)
|
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
|
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) |
|
|
|
|
|
1920 йыл 26 август |
281 |
|
|
|
|
1926 йыл 17 декабрь |
|
|
|
|
|
1939 йыл 17 ғинуар |
110 |
|
|
|
|
1959 йыл 15 ғинуар |
207 |
|
|
|
|
1970 йыл 15 ғинуар |
|
|
|
|
|
1979 йыл 17 ғинуар |
|
|
|
|
|
1989 йыл 12 ғинуар |
204 |
|
|
|
|
2002 йыл 9 октябрь |
262 |
|
|
|
|
2010 йыл 14 октябрь |
268 |
140 |
128 |
52,2 |
47,8
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
Билдәле шәхестәре
Ер-һыу атамалары
Иҫке Мөсәт ауылын үтеп Байназар юлында һул яҡ ялан ята. Һаранлығы менән даны сыҡҡан байҙың сабынлығы булған. Эшкә ҡушҡан кешеләрен шыйыҡ бутҡа менән һыйлаған.
Борон ул ерҙә ялан булған. Ауыл халҡы унда бесән сапҡан. Мөсәт ауылы халҡының шундай бер йолаһы булған. Һәр йәй еткән һайын тәкә һуйып байрам итә торған булғандар. Шунан бирле был ерҙе Тәкә һуйған буйы тип атап йөрөтәлә.
Мөсәт ауылынан асфальт аша Алаҡуян тауын Тирмән таш тип йөрөтәләр. Сөнки борон заманда шунан таш алып тирмән эшләп, бойҙай тартып, он һалдырып ашағандар. Был таш йомшаҡ таш, нисек тишһәң дә ярылмай. Шуға күрә был морон Тирмән таш тип йөрөтөлә.
Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылының 7 мөғжизәһе
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
- Ҡараһыйыр яланы. 1966 йылда Бөрйән районы Мөсәт ауылы Шәмиғолов Ғиләж Ғәйнетдин улынан А. А. Камалов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.[7]— Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 109; БХИ, Р Л, N° 75; БПЛ, № 48; БНТ, ПЛ, № 35.
Галерея
Урамдары
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Ерекле урамы (рус. улица Ерекле)
- Инсур Йәһүҙин урамы (рус. улица Инсура Ягудина)
- Иҫке Ыҙма урамы (рус. улица Иске Ызма)
- Ҡаратал урамы (рус. улица Каратал)
- Кинйә Арыҫланов урамы (рус. улица Кинья Арысланова)
- Саҡмағош урамы (рус. улица Сакмагуш)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Уй урамы (рус. улица Уй)
- Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
- Шишмә урамы (рус. улица Шишма)
- Яңы Ыҙма урамы (рус. улица Яны Ызма)[8]
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар