Әҙеһәм Исҡужин Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы |
Исеме |
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы
|
---|
Тыуған |
27 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
|
---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Темәс ауылы
|
---|
Үлгән |
19 март 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)
|
---|
Үлгән урыны |
Өфө ҡалаһы
|
---|
Ил |
СССР → Рәсәй Федерацияһы
|
---|
Инструменттар |
ҡурай
|
---|
Наградалар |
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) |
|
|
---|
|
Википедияла
Исҡужин фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (27 ғинуар 1928 йыл — 19 март 2003 йыл) — уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы
Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин 1928 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Темәс ауылында тыуған. 1945 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1954 йылда Уман летчиктар әҙерләү училищеһын, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1961—1996 йылдар — Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыта. Ҡурай түңәрәктәре алып бара.
Уҡыусылары: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.
2003 йылдың 19 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Ғаиләһе
- Ҡатыны — башҡорт тел белгесе, антропонимист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999)[2]
Әҙәбиәт
- Ю. И.Ғайнетдинов, Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. «Әҙеһәм ҡурайы» китабы (2003)
Хәтер
- Режиссёр Булат Йосопов Әҙеһәм Исҡужинға арналған «Связь времен» тигән документаль фильм төшөргән[3].
- Баймаҡ ҡалаһындағы һәм Баймаҡ районының Темәс ауылындағы урамдар Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
- Республика кимәлендә Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарыла.
- Өфө ҡалаһының 9-сы балалар музыка мәктәбенә Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар