Тәүге пьесаһы «Пелиад» сәхнәгә б. э. т. 455 йылда сыҡҡан, әммә судьялар менән бәхәс арҡаһында еңмәгән. Оҫталыҡ өсөн беренсе бүләкте Еврипид б. э. т. 441 йылда алған һәм шул ваҡыттан алып вафатына тиклем ижад иткән.
Ғаилә тормошо уңышһыҙлыҡҡа тарыған. Беренсе ҡатыны Хлоиринанан өс улы тыуған, әммә бисәһенең хыянаты арҡаһында айырылған. Икенсе ҡатыны Мелитта ла тәүгеһенән яҡшыраҡ булмай сыҡҡан. Б. э. т. 408 й. Еврипид Афинанан Македонияға күсеп киткән. Үлеменең сәбәбен төрлөсә атайҙар. Хәҙерге заман версияһы буйынса, 75 йәшлек Еврипидтың организмы Македонияның ҡаты ҡышын күтәрә алмаған.