Иртә, урта һәм һуңғы бронза быуаттарына бүлеү ҡабул ителгән. 8-10 млн км² ашыу металл зоналарының Бронза быуаты башында металл менән мәҙәниәттәр зонаһы 8—10 млн км²-ҙан да артыҡ майҙанды биләмәһә, уның ахырына 40—43 млн км²-ға тиклем артҡан. Бронза быуаты дауамында бер нисә металлургия провинцияһы формалашҡан, үҫешкән һәм алмашынған.
Иртә бронза быуаты
Баҡыр быуатты бронза быуатынан айырып торған сик а, тарҡалыу була. Балҡан-Карпат металлургия провинцияһының (б. э. т. 1-IV мең йыллыҡтың 1-се яртыһы)[1] тарҡалыуы һәм Циркумпонтий металлургия провинцияһының (яҡынса б. э.т. XXXV/XXXIII быуаттар) формалашыуы. Иртә һәм урта бронза быуаттары дауамында өҫтөнлөк иткән Циркумпонтий металлургия провинцияһы сиктәрендә Көньяҡ Кавказ, Анатолия, Балҡан-Карпат төбәгендә, Эгей утрауҙарында баҡыр мәғдәне запастары асылды һәм эшкәртелә башланы. Уларҙан көнбайышҡа Көньяҡ Альп, Иберия ярымутрауы, Британия утрауҙары тау-металлургия үҙәктәре, көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа, Пакистанға тиклем, Мысыр, Ғәрәбстан, Иран һәм Афғанстан мәғдәнгә бай мәҙәниәттәре эшләп торған.
Бронза алыу урыны һәм ваҡыты яҡшы билдәле түгел. Бронза бер үк ваҡытта бер нисә урында асылған тип фаразлап була. Ҡурғаш ҡушымталы иң иртә бронза эшләнмәләре Ираҡта һәм Иранда табылған һәм б. э. т. IV мең йыллыҡ тип билдәләнә Мышьяк ҡушылған бронза эшләнмәләр Анатолияла һәм Кавказдың ике яғында ла б. э. т. иртә lll мең йыллыҡта етештерелгән. Майкоп мәҙәниәтенең ҡайһы бер бронза эшләнмәләре б. э. т. lV мең йыллыҡ уртаһы менән билдәләнә. Был, әлбиттә, бәхәсле мәсьәлә һәм анализдарҙың башҡа һөҙөмтәләре шул уҡ Майкоп бронза эшләнмәләренең б . э. т. lll мең йыллығы уртаһында етештерелеүен күрһәтә.
Бронза быуаты башынан Евразияның ике кешелек берләшмәһе барлыҡҡа килә һәм әүҙем үҙ-ара йоғонто яһап йәшәй башлай. Үҙәк йыйырсыҡлы тау теҙмәләре билбауынан көньяҡҡараҡ (Саян-Алтай — Памир и Тянь-Шань — Кавказ — Карпат — Альп) ҡатмарлы социаль структуралы, малсылыҡ менән комплекста игенселеккә нигеҙләнгән йәмғиәттәр формалашҡан, бында ҡалалар, яҙыу, дәүләттәр барлыҡҡа килгән. Төньяҡҡараҡ, Евразия далаларында малсылыҡ менән йәшәгән хәрәкәтсән һәм һуғышсан йәмғиәттәр формалашҡан.
Урта бронза быуаты
Уртаса бронза быуатта (б. э. т. XXVI/XXV-XX/XIX быуаттар) металл культуралар менән мәшғүл зоналар (башлыса төньяҡҡа) киңәйә. Циркумпонтий металлургия провинцияһы башлыса үҙ структураһын һаҡлай һәм Евразия металлургия усаҡтарының үҙәк системаһы булып ҡала.
Һуңғы бронза быуатының башы булып б. э. т. III һәм II меңйыллыҡтар сигендә Циркумпонтий металлургия провинцияһының тарҡалыуы һәм Циркумпонтий металлургия провинцияһының үҙәк усаҡтарында ғәмәлдә булған тау-мәғдән етештереүенең (производство) мөһим һыҙаттарын төрлө дәрәжәлә сағылдырыусы яңы металлургия провинцияларының тотош сылбыры формалашыуы торған.
Һуңғы бронза быуатының металлургия провинциялары араһында Циркумпонтий металлургия провинцияһының традицияларын мираҫ итеп алған Евразия дала металлургия провинцияһы (8 млн км²-ға тиклем) иң ҙуры булған[2]. Көньяҡтан уға майҙаны буйынса бәләкәй, әммә изделие формаларының айырыуса байлығы һәм төрлөлөгө, шулай уҡ иретмәләренең характеры менән айырылып торған Кавказ металлургия провинцияһы[3] һәм Иран-Афған металлургия провинцияһы сиктәш булған[4]. Саян-Алтайҙан Һинд-Ҡытайға тиклем формалашыу характеры буйынса ҡатмарлы Көнсығыш Азия металлургия провинцияһының етештереү үҙәктәре таралған[5]. Төньяҡ Балҡандан Европаның Атлантик океан ярына тиклем йәйелгән Европа металлургия провинцияһының юғары сифатлы эшләнмәләренең төрлө формалары башлыса бай һәм күп һанлы ҡаҙылмаларҙа тупланған[6]. Көньяҡтан уға Европа металлургия провинцияһынан етештереү алымдары һәм эшләнмәләрҙең формалары менән байтаҡҡа айырылған Урта диңгеҙ металлургия провинцияһы сиктәш булған.
Б. э. т. XIII—XII быуаттарҙа бронза быуаты һәләкәт кисерә: Атлантик океандан алып Тымыҡ океанға тиклем бөтә киңлектә — бер нисә йөҙ йыллыҡтар дауамында — б. э. т. X—VIII быуатҡа тиклем мәҙәниәттәр үҙгәрә һәм тарҡала, халыҡтарҙың ҙур күсенеүе бара. Иртә тимер быуатына күсеү башлана[7]. Бронза быуаты ҡалдыҡтарының күпселеге кельт территорияһында (Атлантик Европа) оҙағыраҡ һаҡланды.
Дала һыҙатындағы бронза быуаты
Ҡурған фаразы элек Ҡара диңгеҙ буйы далаларында урынлашҡан бер бөтөн булған прото-һинд-европа берлегенең һуңғы бронза осорона тарҡала барған ваҡытына алып килә. Төрлө һинд-европа телдәрендә бронзаны билдәләү бер тамырҙан сыҡҡан. Мария Гимбутас һәм уның менән бер ҡарашта тороусылар иртә бронза быуатының катакомба (соҡор) мәҙәниәтен прото-һинд-европа осорона индерә[8] и ямная[9][10].
Б. э. т. II мең йыллыҡ башына һинд-европа ҡәбиләләренең көнсығышҡа һәм көнбайышҡа таралыуы башлана. Һинд-ирандар менән бәйле тип ҡаралған Андрон мәҙәниәте Үҙәк Евразияның киң арауығын биләй (ҡара: Һынташты, Арҡайым)[11]. Һинд-европалыларҙың таралыу уңыштарының дәлиле — тәгәрмәсле һуғыш арбаларына һәм ҡылысҡа эйә булыуы.
Көньяҡ Себерҙәге бронза быуаты мәҙәниәттәре көнбайыштан европеоид килеүселәрҙең — беренсе сиратта, Ҡарасуҡ мәҙәниәте һәм Тагар мәҙәниәте йоғонтоһо менән билдәләнә[5]. Меңәр километрға һуҙылған территорияла (Сеймин-турбин феномены) оҡшаш ҡоралдар табыуҙы археологтар, б. э. т. XVI быуаттан башлап, Евразия урман һыҙаты ерле халыҡтары өҫтөнән ҡайһылыр бик хәрәкәтсән дружина элитаһы хакимлыҡ иткәнлеге менән аңлата[12].
Банчиангта (Таиланд) б. э. т. 2100 йылғы бронза артефакттары табылған[26].
Донгшон мәҙәниәтендә бронза барабандары киң ҡулланылған. Улар яҡынса б. э. т. 600 йылдан алып б. э. т. өсөнсө йөҙ йыллыҡҡа тиклем етештерелгән. Был мәҙәниәт Вьетнамдың төньяғында Красный йылғаһына яҡын өлкәләрҙә урынлашҡан [27][28], әммә барабандар Индонезиянан көньяҡ Ҡытайға тиклем арҡыры йәйелгән өлкәлә лә табылған.
↑Кирей Н. И. Этнография народов Африки. М., 1983. С. 26.
Әҙәбиәт
Бронзовый век. Европа без границ. Четвертое - первое тысячелетия до н. э. = Bronzezeit. Europa ohne Grenzen. 4.-1. Jahrtausend v. Chr. : каталог выставки / Гос. Эрмитаж, Гос. музеи Берлина Прусское культурное наследие [и др. ; науч. ред. Ю. Ю. Пиотровский]. — СПб.: Чистый лист, 2013. — 646 с. — ISBN 978-5-90152-838-9.
Черных Е. Н., Авилова Л. И., Орловская Л. Б. Металлургические провинции и радиоуглеродная хронология. М., 2000.
Черных Е. Н., Кузьминых С. В. Древняя металлургия Северной Евразии (сейминско-турбинский феномен). М., 1989.
A.F. Harding. European Societies in the Bronze Age. Camb., 2000.
Chernykh E.N. Ancient Metallurgy in the USSR. The Early Metal Age. Cambridge, 1992.
Metallurgy in Ancient Eastern Eurasia from the Urals to the Yellow River. Linduff (ed.). K., The Edwin Mellen Press, Ltd. 2004.
The Bronze Age Civilization in Central Asia. Armonk. Kohl F.L. (ed.). N.Y., 1981.