Википедияла
Алсынбаев фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы[1] (1 май 1963 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)[2].
Биографияһы
Нияз Зәбихулла улы Алсынбаев 1963 йылдың 1 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай. 1986 йылдан алып 1989 йылға тиклем Баймаҡ районы мәктәптәрендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1989—1991 йлдарҙа БАССР-ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙары Дәүләт комитеты корреспонденты булып хеҙмәт итә. 1992—1997 йылдарҙа — Әбйәлил районының «Осҡон» корреспонденты. 1997 йылдан алып «Башкортостан» Дәүләт теле-радио компанияһында башта — сәнәғәт бүлеге корреспонденты, Урал аръяғы собкоры[3], һуңынан бүлек мөдире, радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы урынбаҫары булып эшләй[2].
2004 йылдан алып года «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Шәхси фекер», «Шәжәрә» программаларының авторы һәм алып барыусыһы. 1990-сы йылдарҙан әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрҙе.
2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялары араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). «Алпамыша — бер риүәйәт эҙҙәре артынан» документаль фильмы авторы һәм режиссеры (2013)[2].
Төп әҫәрҙәре[2]:
- Серле мосафир. Өфө,2008;
- Эйәрҙә ҡалған егет. Өфө,2009;
- Изге бүре балалары. Өфө,2013;
- Йәйге селлә. Өфө,2014.
Әҙәбиәт
- Әлибаев З.Дәүер һулышын тойоп.//Ағиҙел.-2010.4-се һан. 156—157 биттәр;
- Күзбәков Ф. Йәштәр тауышы..//Ағиҙел.-2010. 5-се һан. 153 бит;
- Баймакская энциклопедия. Уфа,2013.- 61 бит;
- Писатели земли башкирской. Уфа,2015.- 34-35 бит.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар